Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ноябрь 2019, 17:08

Ауырғазыла Бөтә Рәсәй "Сәнғәт төнө" акцияһына ҡушылдылар

Бөтә Рәсәй “Сәнғәт төнө” акцияһына ярашлы, райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында осрашыу ойошторолдо

Бөтә Рәсәй “Сәнғәт төнө” акцияһына ярашлы, райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында осрашыу ойошторолдо. Сара Совет ғәскәрҙәрен Афғанистандан сығарыу тамамланыуға 30 йыл тулыуға бағышланған юбилей миҙалдарын тапшырыуҙан башланды.
Афғанда һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
Сараға Мөхәмәтйәновтар, Фәхретдиновтар, Кузьминдар, Ниғмәтуллиндар, Черновтар ғаиләһе саҡырылды. Район буйынса Афғанистан һуғышы ветерандары союзы рәйесе Рәмил Асулов ғаиләләргә юбилей миҙалдарын тапшырҙы. Ул был һуғыш тураһында архив белешмәләре буйынса эш алып барылыуына айырым иғтибар бүлде. Китап баҫылыуы, “Тере тауыштар” яҙмаһы, төшөрөлгән фильм тураһында әйтеп үтте.
Район мәҙәниәт һарайының Финә Абдуллина етәкселегендәге коллективы сараға байрамса төҫ өҫтәне.
Музей залында оҫта ҡулдар эштәренән күргәҙмә менән таныштырҙылар. Гөлфиә Ханнанованың туҡымаға сигелгән Р.Назаров шиғырҙары һәр саҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Ҡунаҡтар шулай уҡ яҡташтары, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, башҡорт шағиры Рәшит Назаровҡа бағышланған экспозиция янында уның ижады һәм тормош юлы менән танышты.
Артабан музей хеҙмәткәрҙәре Театр йылына, Башҡортостандың 100 йыллығына, Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ, Рәшит Назаровтың 75 йыллыҡ юбилейҙарына арналған әҙәби-музыкаль кисә ҡараны.
Ҡунаҡтарға “Мостай Кәрим” һәм Рәшит Назаров тураһында “Йәшен” фильмдары күрһәтелде.
Мәҙәниәт бүлеге сайты материалдары буйынса.
Читайте нас: