Район мәҙәниәт һарайында беренсе тапҡыр талантлы балалар өсөн шоу үткәрелде.
Унда уникаль һәләтле балалар ҡатнашты.
Был сарала талапсан баһалау ҙа, билдәләр ҙә булманы. Һәр бала миҙалға һәм татлы күстәнәскә лайыҡ булды.
Иң беренсе булып программаны Самира Аяҙғолова асты, ул һығылмалы булыуын иҫбатланы.
Ә Динә Иҫәнғолова, әле бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ҙур күләмле әҫәрҙәрҙе яттан белә.
Данэлия Әхмәтова һәм Динә Борисова - талантлы рәссамдар.
Дамир Әхмәтов тамашасыларҙы математик һәләте менән таң ҡалдырҙы: өс урынлы һандарҙы тиҙ генә ҡуша һәм ала белә, шунда уҡ дөрөҫ яуабын да әйтә.
7 йәшлек София Адеянова рус һүҙҙәрен инглиз теленә тәржемә итә ала.
Анна Волик буш ваҡытын ижадҡа бағышлай икән, топиарий гөлләмәләрен (төрлө әйберҙәрҙән яһалған сәскә-ағас) әҙерләй, йөн һәм йомшаҡ туҡымаларҙан картиналар эшләй.
Бәхти Ғайсин исемендәге музыка мәктәбе уҡыусыһы Руслан Аманов яңғырауыҡлы тауышы менәән тамашасыларҙы әсир итте.
Илнур Ғәлимов “Йондоҙло күк йөҙө һәм телескоп” тип аталған фәнни эше менән таныштырҙы.
“Киндервиль” балалар клубы етәксеһе Гөлназ Адеянова һәр ҡатнашыусыға бүләктәр тапшырҙы. “Һәр баланың үҙенсәлекле таланты була. Уға ижад итергә мөмкинлек бирергә генә кәрәк”, - тине ул.
Проекттың киләһе сараларында тағы ла күберәк балалар ҡатнашыуын теләне ойоштороусылар. Әлбиттә, шулай булыр, сөнки талантлы балалар күп, уларҙың һәләтен күрә белергә генә кәрәк.
Район мәҙәниәт бүлеге сайты материалдары буйынса.