Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ноябрь 2019, 12:11

Рапс майы Евросоюз илдәренә оҙатыласаҡ

Республиканың 43 районында рапс үҫтерәләр. Иң күп сәсеүлектәр Илеш, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ райондарына тура килә.

Республиканың 43 районында рапс үҫтерәләр. Иң күп сәсеүлектәр Илеш, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ райондарына тура килә.
Әле 50 мең тонна май культураһы орлоғо йыйып алынған да инде. Был былтырғыға ҡарағанда 15 мең тоннаға күберәк. Уңыш 2018 йылдағынан 1,3 тапҡырға юғары һәм гектарынан уртаса 11,4 центнер тәшкил итә.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, Башҡортостан Евросоюз илдәренә экспортҡа 3,5 мең тонна рапс майы оҙатырға планлаштыра. Беҙҙә Шишмә май һығыу заводы ғына был культура менән шөғөлләнә. Быйыл октябрь-ноябрҙә бында һигеҙ мең тонна рапс майы эшкәртергә тейештәр.
Үткән йыл республикала агросәнәғәт экспорты күләме 76,3 миллион долларға еткән. Уның төп өлөшөн ашлыҡ (47,8 процент), көнбағыш һәм рапс майы (23,9 процент), һөт аҙыҡтары, йомортҡа, бал (11,8 процент), шәкәр (6,6 процент) һ.б. тәшкил иткән. Латвия, Иран, Мысыр, Ҡаҙағстан, Төркиә, Сәғүд Ғәрәбстанына экспорт бар.
Был “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының “Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты” төбәк проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”.
Республика матбуғатынан.
Читайте нас: