Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ноябрь 2019, 23:35

Рәшит Назаровтың тыуған ауылы Төрөмбәттә ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алдылар

Төрөмбәт еренә Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Талбазынан ҡунаҡтар шағирҙың тыуған ерендә уны иҫкә алыу өсөн аяҡ баҫты.

Рәшит Назаровтың тыуған ауылы Төрөмбәттә ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алдылар
Төрөмбәт еренә Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Талбазынан ҡунаҡтар шағирҙың тыуған ерендә уны иҫкә алыу өсөн аяҡ баҫты.
Улар араһында ауылдаштары, билдәле журналист Мәликә Әминева, Мораҙым ауылында тыуып үҫкән фольклорсы ғалимә, филология фәндәре докторы, атҡаҙанған фән эшмәкәре Фәнүзә Нәҙершина, Усман (Ҡаҙморон) ҡыҙы, доцент, филология фәндәре кандидаты Ләйлә Хөсәйенова, филология фәндәре кандидаты, БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты етәксеһе, профессор Луиза Сәмситова, ғалим-биолог, Башҡортостан ҡортсолоҡ һәм апитерапия фәнни-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Әмир Ишемғолов, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов, Үтәймулла ауылы егете, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт филологияһы факультеты доценты, филология фәндәре кандидаты Айнур Үтәев, Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Фәүзиә Юламанова, район ветерандар советы рәйесе Инсаф Мифтахов, “Зәңгәр шишмә” әҙәби берекмәһе рәйесе шағир Вәрис Аҡбашев һ.б. бар ине.
Төрөмбәт ауылы мәктәбе алдында ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алдылар. Йыр-моң, татлы бауырһаҡ, ҡымыҙ менән һыйланылар. Мәктәптәге Рәшит Назаров музейында шағирҙың тормошо, ижады менән таныштырҙылар. Уҡыусыларҙың һөйләүен барыһы ла һоҡланып тыңланы.
Төрөмбәт ауылы – Рәшит Сәйетбаттал улының тыуған изге урыны. Ошонда уның атай нигеҙе, уның йөрөгән һуҡмаҡтары, ижадына юл асҡан бәрәкәтле ерҙәр. Хәтерләүҙәренсә, буласаҡ шағир Өршәк буйҙарында йөрөргә, ағым һыуға ҡарап уйланырға яратҡан. Тормошто тәрәндән аңлау, һәр ғәҙәти нәмәнән дә мәғәнә табыу, ер-йыһан киңлегендә фекер итеү, үҙенсәлекле тасуирлау саралары таба белеү – был сифаттар Рәшит ағайҙың ижадына хас, улар уға тыумыштан оло бүләк итеп бирелгән.
Төрөмбәт халҡы шундай мәшһүр, күренекле шәхестәре булыу менән сикһеҙ ғорурлана.
Читайте нас: