Бөгөн, Рәшит Назаровтың тыуған көнөндә, районыбыҙҙа төрлө саралар бара.
Талбазы башҡорт гимназияһында “Назаров уҡыуҙары” үтте.
Өфөнән, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан ҡунаҡтар иң беренсе район тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында булды.
Унда шағирҙың яҡташы, Төрөмбәт ауылынан Гөлфиә Ханнанованың шәхси күргәҙмәһе менән таныштылар.
Рәшит Назаров юбилейына бағышлап асылған экспозиция менән таныштылар.