Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь 2019, 01:12

Башҡортостанда “Беренсе бала өсөн 300 мең һум” программаһы тамамлана

Беренсе сабыйы өсөн 300 мең алыу программаһында ҡатнашыусыларҙың ҡасан был аҡсаны аласаҡтары билдәле булды

Беренсе сабыйы өсөн 300 мең алыу программаһында ҡатнашыусыларҙың ҡасан был аҡсаны аласаҡтары билдәле булды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләргә, әгәр уларҙың 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем балалары тыуһа, ошо сумманы алыуға сертификат алыу хоҡуғы бар ине.
Уның менән ипотеканы ҡапларға, фатир һатып алырға йәки йорт төҙөргә мөмкин.
Был сертификатты алырға теләүсе ғаиләләр бик күп булғанлыҡтан, танытма биреүҙе бер нисә этапҡа бүлергә тура килә.
Беренсе этап — 2018 йылдың 3 сентябренә тиклем сиратҡа баҫҡан ғаиләләр. Уларға 200 миллион һум талап ителә. Улар өсөн документтарҙы яңыртыу процедураһы бара, 2019 ноябренә әҙер буласаҡ.
Ә инде ата-әсәләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡтарын раҫлаған белешмәләрен һәм башҡа документтарын яңыртырға кәрәк буласаҡ. Бының өсөн йәшәгән урынығыҙ буйынса хакимиәткә мөрәжәғәт итегеҙ.
Икенсе этап — 2018 йылдың 3 сентябренән һуң иҫәпкә торған 1880 ғаилә. Уларға 564 миллион һум аҡса кәрәк. Был сумма республика бюджетынан киләһе йылға бирергә ҡаралған.
Дәүләт йыйылышы депутаттары киләһе йылға республика бюджетын раҫлағас, сертификат алыу өсөн мөрәжәғәт итергә була. 2020 йыл башланғас та, был этаптағыларға аҡса бирелә башлаясаҡ. Ваҡытында документтарын тапшырған ғаиләләр танытма ала аласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сертификатты алғандан һуң уны туғыҙ ай дауамында ҡулланып өлгөрөргә кәрәк. Һатып алына торған фатир йәки йорт Башҡортостан территорияһында булырға тейеш.
Читайте нас: