Рух
-12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь 2019, 00:07

Башҡорт фолк һәм рок төркөмдәре республиканың 100 йыллығына миҙалдар менән бүләкләнде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, башҡорт фолк һәм рок төркөмдәре республиканың 100 йыллығына юбилей миҙалдары менән бүләкләнде.

Бүләкләү уҙған быуаттың 90-сы йылдарындағы төркөмдәрҙең һәм солистарҙың ҙур ретро-концертында үтте. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова популяр коллективтарҙың етәкселәренә — Башҡортостандың халыҡ артисы Вилдан Яруллинға, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Алмаз Ғафаровҡа, Альберт Ғаббасовҡа, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаевҡа, Юлай Асҡаровҡа, Марат Йәғәфәровҡа, Нәжип Юлдашбаевҡа миҙал тапшырҙы.
«90-сы йылдарҙа, илдә үҙгәрештәр барған, ҡиммәттәр емерелгән осорҙа яңы геройҙар кәрәк ине. Яратҡан йырсыларыбыҙ Ғәли Хәмзин, Фәриҙә Ҡудашева, Радик Гәрәев, Флүрә Килдейәрова, Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева һәм башҡалар менән бер рәттән яңы музыка менән йәштәр килде, яңы төркөмдәр асылды. Уларҙың йоғонтоһонда 90-сы йылдар йәштәре дөрөҫ юлды — илһөйәрлек, яҡындарына, үҙҙәренең тамырҙарына, тыуған республикаһына һөйөү юлын һайланы. Улар — легендар «Урал моңо», «Йәшлек-шоу» концерттары, ошо йырҙарға, ошо музыканттарға һөйөүебеҙ ҙур ине. Улар ҙур өлөш индерҙе, республикабыҙ тарихының айырып алғыһыҙ күренешенә әүерелде», — тип билдәләне министр.
Ретро-концертта барлыҡ башҡорт рок легендалары ла тиерлек тәүге тапҡыр Башҡортостандың Милли симфоник оркестры менән сығыш яһаны.
Концерттың идеяһы — «Башҡортостан» дәүләт концерт залы директоры Вилдан Яруллиндыҡы. Ун йырҙы, улар иҫәбендә «Сыңрау торна», «Аҡ ҡалфаҡ», «Бүләк», «Йоҡла, минең бәпәйем» бар, оркестр менән башҡарыу өсөн танылған композитор һәм музыкант, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Шәүрә Сәғитова һәм Урал Иҙелбаев («Һөйгән ҡыҙыма») әҙерләне. Камил Абдуллин дирижерлыҡ итте.
«Ҡыҙыҡлы проект, мин ҡатнашырға ҡуш ҡуллап ризалаштым. Улар – бала сағым йырҙары, күптәренән күҙҙәргә йәш тула. Музыканттар менән бергә ниндәй йырҙарҙың оркестрға нығыраҡ тура килеүен ҡараныҡ. Киләсәктә популяр йырҙарҙы симфоник оркестр менән башҡарыу тәжрибәһе дауам итер тип уйлайым», — тине Шәүрә Сәғитова.
Концертта Саксония делегацияһы ла бар ине. Фойе һәм сәхнә ретро стилендә биҙәлгәйне, Земфира Байбулдина етәкселегендәге алып барыусылар 90-сы йылдарҙағы популяр тапшырыуҙарҙы һәм кумирҙарҙы хәтергә төшөрҙө. «Карауанһарай» фольклор-эстрада төркөмө, «Дәрүишхан», «Рух» рок, «Ант», «Сая», «Аҡйондоҙ», «Диуана», «Ҡышҡы йәйғор» төркөмдәренең, артистар Венер Камалов, Гөлсөм Бикбулатова, Гөлдәр Ишҡыуатованың легендар йырҙарын тыңлаусылар ихлас ҡабул итте, ҡушылып йырланы, бейене, ә һуңғы «Ай-һай, Салауат» йырында зал аяғүрә баҫып алҡышланы.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығынан.
Фото: Илнар Рәхмәтуллин
Читайте нас в