Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2019, 12:28

Уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсына старт бирелде

Уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсына старт бирелде. Сара “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсына старт бирелде. Сара “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Конкурс быйыл өсөнсө тапҡыр уҙғарыла, унда йөҙ меңгә тиклем халҡы булған бәләкәй ҡалалар, шулай уҡ федераль, төбәк кимәлендәге тарихи биләмәләр ҡатнаша (административ үҙәк һәм ҡалаларҙан тыш).
Былтыр конкурсҡа илдең 77 төбәгенән 330 заявка бирелгән, шул иҫәптән Башҡортостандан алты проект. Эштәрҙе һайлау һәм еңеүселәрҙе билдәләү өс этапта барған. Еңеүсе проекттар федераль бюджеттан 30 миллиард һум алған.
Конкурс ил Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһе буйынса 2018 йылда тәүге тапҡыр уҙғарылған. Әле бәләкәй ҡалаларҙа 160 проект тормошҡа ашырыла ла инде. Улар араһында Бөрө менән Бәләбәй ҙә бар.
Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты дүрт федераль проектты үҙ эсенә ала: “Ипотека”, “Торлаҡ”, “Уңайлы ҡала мөхите формалаштырыу”, “Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү”. Улар нигеҙендә республикала төбәк программалары тормошҡа ашырыла.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: