24 октябрҙә райондың тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында яҡташыбыҙ, башҡорт шағиры Рәшит Назаровҡа 75 йыл тулыу уңайынан экспозиция асылды.
Алып барыусылар Башҡорт гимназияһының өсөнсө класс уҡыусыларына Төрөмбәт ауылында тыуып үҫкән шағирҙың тормошо һәм ижады тураһында һөйләне.
Экспозицияны асыу тантанаһында филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты, яҡташыбыҙ Айнур Үтәев үҙенең студенттары менән ҡатнашты. Ул бөгөнгө көндә Рәшит Назаровтың шәхесе фәнни-эҙләнеү өлкәһендә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуын билдәләп үтте. Шағирҙың әҙәби мираҫы ныҡлап өйрәнелмәгән әле.
Айнур Фәнис улы музейға шағирҙың шиғыр һәм монографиялары йыйынтығын бүләк итте.
Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Булат Баһауетдинов менән ветерандар советы рәйесе Инсаф Мифтахов ҡыҙыл таҫманы киҫте.
Сараның икенсе өлөшөндә ҡунаҡтар Гәүһәр Батталованың Рәшит Назаров тураһындағы “Йөрәк” фильмын ҡаранылар.
– Заман йәштәре - ата-бабаларының лайыҡлы киләсәге. Ижад яратыусы уҡыусылар Рәшит Назаровтың мираҫын белә. Уның шиғырҙарын һөйләгәндә, балалар ысын тойғоларға бирелә, улар шул кисерештәрҙе үҙҙәре аша үткәрә, - тине музей директоры Саимә Әминева.
“Аургазинский вестник” материалы буйынса.