Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2019, 00:02

Ауырғазы районының торлаҡ-коммуналь хужалығы яңы техникалы булды

Бөгөн, 29 октябрь, райондың торлаҡ-коммуналь хужалығы автопаркы яңы техника менән тулыланды.

Бөгөн, 29 октябрь, райондың торлаҡ-коммуналь хужалығы автопаркы яңы техника менән тулыланды.
Хужалыҡҡа ДМ-14.1. «Ярославец» автогрейдеры тапшырылды. Уның хаҡы 6 миллион һумдан артығыраҡ тора.
Шулай уҡ республика бюджетынан районға 4,3 миллион һум аҡса махсус коммуналь техника алыу өсөн бирелде.
Был аҡсаларға “Ауырғазы-водоканалы” предприятиеһы өсөн МТЗ тракторына экскаватор, торлаҡ-коммуналь хужалығына тағылма ҡоролмалы МТЗ тракторы һатып алырға планлаштыралар.
Республиканың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ярҙамы менән материаль-техник базаларын нығыта алды.
Сөнки техника Башҡортостан Хөкүмәтенән бүленгән аҡсаларға һатып алына. Район бюджетынан да финанс саралар ҡушыла.
Читайте нас: