Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2019, 12:38

“Йәшә, урман!” Бөтә Рәсәй акцияһы республикала уңышлы дауам итә

“Йәшә, урман!” Бөтә Рәсәй акцияһы республикала уңышлы дауам итә. Сара “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

“Йәшә, урман!” Бөтә Рәсәй акцияһы республикала уңышлы дауам итә. Сара “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Билдәле булыуынса, акция быйыл айырыуса киң ойошторолдо, уны төбәгебеҙҙең һәр районында хуплап ҡаршы алдылар.
Дөйөм планға килгәндә, “Йәшә, урман!” акцияһын үткәреү барышында 30 гектар тирәһе урман культураһы булдырыу, ағаслы 325 гектар майҙанды тәртипкә килтереү, 50 гектарҙа сүп-сар йыйыу, шулай уҡ 200 гектар майҙанда урмандарҙы төрлө ҡалдыҡтарҙан таҙартыу ҡаралған.
Акцияла 20 меңдән ашыу кеше ҡатнаша (дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре, урмансылыҡтарҙа эшләүселәр, төрлө уҡыу йорттарында белем алғандар, ирекмәндәр һб.). Урмансылыҡ хеҙмәткәткәрҙәре мәктәптәрҙә дәрестәр һәм күнекмәләр үткәрә.
Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты ошондай бүлектәрҙән тора: “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класлы хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Волганы таҙартыу”, “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү”.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в