Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2019, 21:13

Радий Хәбиров бер нисә министрлыҡтың һәм ведомствоның исемдәрен үҙгәртте

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика башҡарма власть органдарының яңы структураһы билдәләнгән указға ҡул ҡуйған

Башҡортостан Республикаһының башҡарма органдары структураһында хәҙер 14 министрлыҡ, 11 дәүләт комитеты, дүрт идаралыҡ, бер агентлыҡ һәм бер дәүләт инспекцияһы бар.
«Министрлыҡтарҙың һәм ведомстволарҙың күпселек өлөшө үҙҙәренең исемен, структураһын һәм етәкселек составын һаҡлап ҡалды, — тип билдәләне Радий Хәбиров республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә. – Ләкин үҙгәрештәр ҙә бар».
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетына һәм Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитетына бүленгән.
Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы тип үҙгәртелде.
Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы хәҙер Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы тип атала.
Мәғариф министрлығы Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы тип үҙгәртелгән.
Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты Башҡортостандың Дәүләт идара итеүен һанлы үҫтереү министрлығы тип атала.
Башҡортостан Республикаһының Социаль-иҡтисади үҫеште күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты республиканың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты тип үҙгәртелгән.
Читайте нас: