Көҙгө каникул алдынан Талбазы башҡорт гимназияһында 1 –се класс уҡыусыларын “Йәйәүлеләр сафына алыу” байрамы уҙҙы.
Уҡыусылар Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы менән юл йөрөү ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө, дәртле йырҙар йырланы, шиғыр һөйләне.
Полиция хеҙмәткәре Игорь Николаевич уҡыусыларға хәүефһеҙ каникулдар теләне.
Был сара әһәмиәтле һәм файҙалы булды. Юлда йөрөү ҡағиҙәләрен һәр бала тағы ла нығыраҡ хәтерендә ҡалдырғандыр.