Идара ойошмалары һәм торлаҡ милекселәре ширҡәттәре “Дом.Контроль” системаһына тоташа башланы. Был уларға бер-береһе менән бәйләнештә булыу, шулай уҡ граждандарҙы ҡала биләмәләрен үҫтереү мәсьәләләренә йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк. Ошо йәһәттән республика һәм “Дом.Контроль” компанияһы араһында тейешле килешеү күптән түгел уҙған “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ – киләсәккә ҡараш” II республика фәнни-ғәмәли форумында төҙөлдө.
“Был өлкәгә мәғлүмәт технологияларын индереү – күптән өлгөргән мәсьәлә. Бөгөн беҙҙең алда ике бурыс тора: ҡала хужалығы идаралығы һәм тармаҡ предприятиелары эшенең сифатын яҡшыртыу. Граждандар уңайлы, функциональ сервистар менән тәьмин ителергә тейеш”, – тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев.
“Дом.Контроль” – аҡыллы һанлы диспетчерлы күп функциялы сервис. Уның аша мобиль ҡушымталарҙан заявкалар бирергә, push-белдереүҙәр ебәрергә, граждандар араһында һорау-яуап алыу, онлайн тауыш биреү үткәрергә, счетчик күрһәткестәрен ҡабул итергә, иҫәп, документ әйләнеше алып барырға һ.б. мөмкин.
“Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ социаль көсөргәнештең даими сығанағы булып тора. Был тармаҡ үҙгәрештәргә ауыр бара, әммә әлеге заманса алымдан, һис шикһеҙ, ыңғай һөҙөмтә буласаҡ тип ышанабыҙ”, – ти “Дом.Контроль” йәмғиәте директоры Вадим Потехин.