Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова етәкселегендәге делегация ағзалары билдәле балерина, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, башҡорт яҙыусыһы Дауыт Юлтыйҙың ҡыҙы Нинель Юлтыеваны хөрмәтләп иҫкә алды. Уның ҡәберенә сәскәләр һалды.
Халыҡтар дуҫлығы йортонда үткән тантана башҡорт халыҡ йыры «Урал» менән башланды, уны халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Заһир Иҫәнсурин башҡарҙы. Ҡурайҙа Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Салауат Хәлилов уйнаны.
Эльвира Айытҡолова Мәҙәнит һәм мәғариф көндәрен әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡандарҙы бүләкләне. Бүләкләнеүселәр араһында йәш коллектив — «Аҡ тирәк» башҡорт фольклор ансамбле етәксеһе Әлфиә Ғилфанова ла бар ине.
Әлфиә Ғилманова Башҡортостандың Архангел районында тыуып үҫкән, 40 йылдан ашыу Татарстанда йәшәй. Ул тормошон башҡорт йырҙарынан һәм халыҡ бейеүҙәренән тыш күҙ алдына ла килтермәй. Һәләтле яҡташтарынан торған коллективта төрлө йәштәгеләр, төрлө һөнәр эйәләре бар. Уларҙы башҡорт халыҡ ижадына һөйөү берләштерә.
“Аҡ тирәк” коллективы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүләк иткән милли кейемдәрҙә сәхнәгә сыҡты.
«Дебют программаһына башҡорт халыҡ йырҙары һәм таҡмаҡтары инде. Артистар «Кис ултырыу»ҙы сәхәнәләштерҙе. Репертуар төҙөүгә бик етди ҡараныҡ», — ти коллектив етәксеһе Әлфиә Ғилфанова.
Татарстандың башҡорт йәмәғәтселегенә бүләктәр: дәүләт символикаһы, ҡурай, ҡумыҙ, башҡорт теленән китаптар һатып алыу өсөн сертификаттар тапшырылды.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы материалдары буйынса.