30 октябрҙә Өфөлә “Минең бизнес” форумы үтәсәк. Ул “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Ошо айҡанлы матбуғат конференцияһында Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы директоры Ирек Гәрәев һәм “Синергия” университетының операцион директоры Арсен Касумян ҡатнашты.
– “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, 2024 йылға тиклем илдә йүнселлек менән шөғөлләнеүселәр 25 миллион кешегә етергә тейеш булһа, республикала – 555 мең кеше. Әле был күрһәткес 409 мең кеше тәшкил итә, – тине Илшат Тажетдинов.
Ул проект тураһында ентекләберәк һөйләне, уның үҙенсәлектәрен аңлатты.
Форумда һүҙ нимә хаҡында буласағын Арсен Касумян аңлатып үтте.
– Башҡортостанда ошондай ҙур форум үткәреү – беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Бындай йыйын илебеҙҙә етенсе тапҡыр ойошторола. Кисә ул Ҡазанда тамамланды. Әле спикерҙар һайлайбыҙ, бик күптәр сығыш яһарға һәм үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашырға теләк белдерҙе. Форум файҙалы булһын өсөн иң яҡшыларын һайлап аласаҡбыҙ, – тине ул. – “Синергия” – илдә иң ҙур университеттарҙың береһе. Беҙҙә 60 меңдән ашыу студент белем ала, улар араһында эшҡыуарлыҡты популярлаштырабыҙ. Йыйынға килеүселәргә файҙалы мәғлүмәт бирә аласаҡбыҙ.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты биш өлөштән тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.