Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2019, 00:57

«Өфө» аэропорты көҙгө-ҡышҡы теҙмәгә күсә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы" хәбәр итеүенсә, 27 октябрҙән «Өфө» халыҡ-ара аэропорты көҙгө-ҡышҡы теҙмәгә күсә һәм ул 2020 йылдың 28 мартына тиклем ғәмәлдә була.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы" хәбәр итеүенсә, 27 октябрҙән «Өфө» халыҡ-ара аэропорты көҙгө-ҡышҡы теҙмәгә күсә һәм ул 2020 йылдың 28 мартына тиклем ғәмәлдә була.
37 йүнәлеш буйынса осоштарҙы 25 авиакомпания ғәмәлгә ашыра.
Көньяҡ-Көнсығыш Азияның курорт йүнәлештәре күп. Өфөнән Таиландҡа Утапао һәм Пхукет йүнәлештәре буйынса чартер рейстарын Nordwind һәм Azur Air авиакомпаниялары башҡара. Улар Камрань ҡалаһына ла оса. ң
iFly аҙнаһына ике тапҡыр пассажирҙарҙы Өфөнән Ҡытайҙың Санья курортына йөрөтөүҙе дауам итә.
Royal Flight һәм AZUR air авиакомпанияларының һауа суднолары Һиндостанға (Гоа) осоштар башҡара. Дубайға аҙнаһына биш тапҡыр рейс планлаштырылған, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең ҙур ҡалаһына AZUR air, Royal Flight, Nordwind һәм «Урал һауа юлдары» авиакомпанияларының һауа судноларында осорға мөмкин.
Антальяға осоштар йышлығы аҙнаһына өс рейсҡа тиклем арттырыла. Унда «Урал һауа юлдары», Pegas Fly, Nordwind, Azur Air, Royal Flight һәм Red Wings авиакопаниялары осош яһай.
Ҡышҡы теҙмәлә Utair авиакомпанияһы аҙнаһына ике тапҡыр Венаға осоуҙы дауам итә. Истанбулға (Turkish Airlines), Ташкентҡа («Узбекистон хаво йуллари»), Дүшәмбегә һәм Худжандҡа («Урал һауа юлдары») даими рейстар һаҡлана. Истанбулға чартер рейстарын SmartAvia һәм Red Wings авиакомпаниялары башҡара. Баҡыға осоштар йышлығы аҙнаһына бер рейстан өскә тиклем арттырыла. Өфөнән Азербайжандың баш ҡалаһына даими осоштарға, NordStar авиакомпанияһынан тыш, Buta Airways лоукостеры ҡушылды.
Эске йүнәлештәрҙә Мәскәүгә осоштар йышлығы көнөнә — 18 рейсҡа, Санкт-Петербургка икенән дүрткә тиклем арттырылды.
Өфөнән Сочиға аҙнаһына алты рейс башҡарыла. Новосибирск, Ханты-Мансы, Нижневартовск, Надым, Салехард һәм Ноябрьск ҡалаларына осоштар күбәйә.
Өфөнән Ростовҡа, Краснодарға, Нарьян-Марға, Һамарға, Ҡазанға, Екатеринбургка, Ырымбурға, Төмәнгә, Сорғотҡа, Усинскиға, Яңы Уренгойға тура рейстар менән оса ала.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалы буйынса.
Читайте нас: