Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2019, 00:09

Ауырғазы районы аграрийҙары юғары наградалар алды

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сарала Республика Башлығы Ауырғазы аграрийҙарының эшен юғары баһаланы

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сарала Республика Башлығы Ауырғазы аграрийҙарының эшен юғары баһаланы
Өфөлә үткән тантаналы йыйылышҡа райондың ауыл хужалығы тармағында яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән хеҙмәткәрҙәр делегацияһы барҙы. Улар үҙҙәренең көндө төнгә ялғап, ал-ял белмәйенсә фиҙаҡәр хеҙмәт иткәндәре өсөн бүләкләнде.
Улар араһынан “Салауат” крәҫтиән-фермер хужалығы директоры Василий Федоров Салауат Юлаев ордены менән, “Урал” ауыл кооперативы тракторсы-машинисты Рәфис Теләүембәтов “Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” Билдәһе менән бүләкләнде, “Урожай” ауыл хужалығының Ишле машина-трактор оҫтаханаһы начальнигы Радик Йосоповҡа Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеме бирелде.
“Дружба” АХК-һы агрономы Светлана Никитинаға Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы, механизатор Алексей Петровҡа Башҡортостан Хөкүмәтенең “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” Дипломы һәм аҡсалата премия бирелде.
– Һеҙ республиканың ғорурлығы, уның туйындырыусыһы, йәштәргә өлгө. Ҙур рәхмәт һеҙгә! Беҙҙә иң күп һауым буласаҡ. Ауырғазы районының Василий Федоров етәкләгән “Салауат” хужалығындағы кеүек. Әйткәндәй, ошо хужалыҡта үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса алдынғылыҡҡа сыҡҡан иң яҡшы һауынсы Нина Сергеевна Григорьева эшләй, - тип маҡтау һүҙҙәрен әйтте Радий Хәбиров бүләкләү церемонияһында.
(Райондың ауыл хужалығы идараһы мәғлүмәттәре буйынса).
Читайте нас: