Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Октябрь 2019, 00:32

Талбазы лицейында яңы спорт майҙансығы барлыҡҡа килде

Талбазы ауылының лицейы биләмәһендә күп ҡулланылышлы спорт майҙансығын төҙөү тамамланып килә.

Талбазы ауылының лицейы биләмәһендә күп ҡулланылышлы спорт майҙансығын төҙөү тамамланып килә.
Ул урындағы бюджет иҫәбенә төҙөлә.
Заманса спорт майҙанында газонлы өҫлөк менән футбол яланы, волейбол-баскетбол майҙансығы, ҡомло йүгереү юлы урынлашҡан.
Бында эш ике ай дауамында гөрләп торҙо, уны педагогтар ҙа, ата-әсәләр ҙә, уҡыусылар ҙа иғтибар менән күҙәтте. Һөҙөмтәһе менән барыһы ла ҡәнәғәт. Был урын тиҙҙән йәштәрҙең яратып йөрөгән майҙанына әүерелер, моғайын.
(Мәғлүмәт бүлеге материалдарынан).
Читайте нас: