Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Октябрь 2019, 22:58

Түрҫәгәҙе мәктәбендә “Этно мәҙәниәт шәмбеһе” файҙалы һәм мәғлүмәтле булды

Халҡыбыҙҙың милли мираҫы тураһында уҡыусыларҙың белемен арттырыу, уны һаҡлау һәм быуындарға тапшырыу маҡсатында үткән сараны Түрҫәгәҙе мәктәбендә лә юғары кимәлдә үткәрҙеләр

Халҡыбыҙҙың милли мираҫы тураһында уҡыусыларҙың белемен арттырыу, уны һаҡлау һәм быуындарға тапшырыу маҡсатында үткән сараны Түрҫәгәҙе мәктәбендә лә юғары кимәлдә үткәрҙеләр.
Дөйөм линейкала мәктәп директоры Наталья Евгеньевна үтәсәк саралар менән таныштырҙы.
Уҡыусылар Мостай Кәрим юбилейына бағышлап диктант яҙҙы. Алһыу Ураҙ ҡыҙы етәкселегендә башҡорт музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. Ауыл аҡһаҡалы, ҡурайсы Ҡәнзәфәр Ғәлиев ҡурайҙа уйнаны, балаларға халыҡ музыка ҡоралдары тураһында һөйләне.
Мәктәптә башланғыс кластар араһында халыҡ уйындары үткәрелде. Уны Рәзинә Ишмөхәмәтова алып барҙы.
Урта кластар уҡыусылары Нурия Юламанова менән милли кейемдәр әҙерләне.
Уҡыусылар халыҡ мираҫы, уның көнкүреше тураһында белемдәрен тағы ла арттырҙы, саранан яҡшы тәьҫораттар менән таралды.
Читайте нас: