Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Октябрь 2019, 23:28

Башҡортостан аграрийҙары һөнәри байрамдарын билдәләне

Бөгөн Башҡортостан аграрийҙары үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Быйыл уңыш йыйыу һуңғы ун йылда иң ҡатмарлыһы булды, шуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы ауыр һауа шарттарын еңеп сыҡты.

Олег Яровиков фотоһы
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.
Бөгөн Башҡортостан аграрийҙары үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Быйыл уңыш йыйыу һуңғы ун йылда иң ҡатмарлыһы булды, шуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы ауыр һауа шарттарын еңеп сыҡты. Башҡортостан Башлығы, Агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһап, быйыл лайыҡлы уңыш – 3,3 миллион тоннанан ашыу иген йыйып алынған тип билдәләне, хәҙер шәкәр сөгөлдөрөн һәм май культураларын йыйыу дауам итә. Дөйөм уңышҡа иң ҙур өлөш индергән туғыҙ район иҫәбендә – Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Илеш, Ауырғазы, Мәләүез, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә һәм Благовар райондары. Уларҙың һәр береһе 100 меңдән ашыу ашлыҡ һуғып алды.
Республика етәксеһе «Урожай» ауыл-хужалығы етештереү кооперативын, Башкирагроинвест, «Центральная» МТС-ын иң яҡшы агрохужалыҡ булараҡ билдәләп үтте. Тағы бер мөһим йүнәлеш – малсылыҡ. Йыл башынан 240 мең тонна мал һәм ҡош ите, 1,3 миллион тонна һөт етештерелде.
«Беҙ дөйөм хаҡы 9 миллиард һумлыҡ 8 проектты тамамлайбыҙ. Киләһе йылға дөйөм хаҡы 23 миллиард һумлыҡ 9 проектты башлау күҙаллана. Шул иҫәптән Кушнаренко районында — «Башкирмолоко», Бәләбәй һәм Ауырғазы райондарында — «Северная Нива» һәм «Урожай». Был проекттар ғына һауын көтөүен 18 мең башҡа арттыра. Агросәнәғәт комплексында ошондай инвестиция әүҙемлеге мине бик шатландыра. Быйыл «Инвестиция сәғәт»тәрендә дөйөм суммаһы 85 миллиард һумлыҡ 44 проект хупланды», — тине Радий Хәбиров.
Уның һүҙҙәренсә, эшкәртеү сәнәғәтендә лә эшлекле әүҙемлек арта. Шишмә һәм Балтас райондарында һөт заводтары эшләй башланы. Францияның Savencia компанияһы Бәләбәйҙә йомшаҡ сыр етештереү заводы төҙөй. Мәләүез һөт-консерва комбинатында балалар өсөн ҡоро ҡатнашмалар сығарыу ҡарала.
«Үҙемдең «сентябрь» указымда ла ауылға ҙур иғтибар бүленә. Биш йыллыҡҡа план төҙөгәндә агросәнәғәт комплексына ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Бөтә эшсәндәргә яҡшы уңыштары, ергә яуаплы ҡарауҙары өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙ – ысын хеҙмәт геройҙары. Һаулыҡ, тыныслыҡ, уңыштар теләйем, ғаиләгеҙҙә һәр саҡ бәхет һәм муллыҡ булһын», — тине республика етәксеһе.
Башҡортостан Башлығы республиканың иң яҡшы райондарын юғары ҡаҙаныштары өсөн хөкүмәт дипломдары менән бүләкләне, ә иң яҡшы ун комбайнсы, механизатор һәм водитель уның ҡулынан яңы «Шевроле Нива» автомобиле асҡыстары алды. Тантаналы йыйылыш башланыр алдынан Радий Хәбиров эшкәртеүсе предприятиелар, ауыл хужалығы кооперативтары һәм шәхси ихаталар продукцияһы күргәҙмәһен ҡараны.
http://www.bashinform.ru/news/1371146-radiy-khabirov-agrarii-bashkirii-nastoyashchie-geroi-truda/
Читайте нас: