Федераль һалым хеҙмәте белдереүенсә, Башҡортостандағы һалым инспекциялары эш сәғәттәрен үҙгәртә
1 ноябрҙән алып улар эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан 20.00 сәғәткә тиклем, айҙың икенсе һәм дүртенсе шәмбеһендә сәғәт 10.00-дан 15.00-гә тиклем эшләйәсәк.
Һалым инспекцияһында аңлатыуҙарынса, эш сәғәтен оҙонайтыу 2018 йыл өсөн милек һалымдарын түләү ваҡыты аҙағына яҡынлашыуы менән бәйле.
Инспекция етәкселәренең ҡабул итеү ваҡыты ла оҙонайтылды, тип белдерелә.
Эш сәғәттәрендә киске сәғәт 8-гә тиклем ҡабул итеүгә барып була.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һалымдарҙы 2 декабргә тиклем түләргә кәрәк.