Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь 2019, 22:56

Район хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов БДМУ студенттары менән осрашты

23 октябрҙә район хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары менән осрашты.

23 октябрҙә район хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары менән осрашты.
Студенттар менән осрашыуға Талбазы ауыл Советы хакимиәте башлығы Айҙар Нафиҡов, Талбазы үҙәк район дауаханаһы баш табибы Виталий Тарасов, йәштәр эше бүлегенең баш белгесе Лиана Шаганц та барҙы.
Бөгөнгө көндә Өфөнөң медицина университетында район мәктәптәрен тамамлаған 56 уҡыусы белем ала. Уларҙың 13-ө - маҡсатлы юллама буйынса.
Буласаҡ табиптар менән һөйләшеү дуҫтарса, йылы мөхиттә үтте.
Зөфәр Йәүҙәт улы райондың ҡаҙаныштары менән таныштырҙы, булған проблемалар тураһында һөйләне. Шулай уҡ районға эшкә ҡайтыусы йәштәр өсөн ниндәй ярҙам саралары булыуын аңлатты, тормошҡа ашырылып килгән проекттарҙы әйтеп үтте.
Виталий Григорьевич райондағы һаулыҡ һаҡлау системаһы, медицина учреждениеларындағы эш шарттары тураһында һөйләне, районға ниндәй белгестәр кәрәклеген еткерҙе.
Бөгөн районға өс участок терапевы, травматолог-ортопед, оториноларинголог, анестезиолог-реаниматолог, Терәпә һәм Мораҙым табиб амбулаторияларына теш табибы кәрәк.
«Ауыл табибы» программаһы буйынса 2012 йылдан алып районға 40 белгес килгән, 15 табиб киткән, 25-е әлеге көндә лә эшләп йөрөй.
Айҙар Ришат улы менән Лиана Марат ҡыҙы районда йәшәүселәр һәм йәштәр өсөн ниндәй ярҙам күрһәтелеүе менән таныштырҙы.
Осрашыу һуңында Зөфәр Йәүҙәт улы был һөйләшеүҙең ыңғай һөҙөмтәләр бирәсәгенә ышаныс белдерҙе, һәм йәштәрҙең үҙебеҙгә эшкә ҡайтыуын ҡуш ҡуллап көтөп аласаҡтарына ышандырҙы.
(Мәғлүмәт бүлеге материалдарынан).
Читайте нас: