Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь 2019, 22:08

Ауырғазы район поликлиникаһында капиталь ремонт яһалды

Быйыл Талбазы үҙәк район поликлиникаһында өс миллион һумға капиталь ремонт яһалды

Быйыл Талбазы үҙәк район поликлиникаһында өс миллион һумға капиталь ремонт яһалды
Талбазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан бүленгән аҡсаның күп өлөшө тәҙрә блоктарын яңы пластикка алмаштырыуға тотонолған. Был 1 млн 527 мең һум тәшкил иткән.
Поликлиниканың барлыҡ ҡаттарындағы стена һәм түбәтаҡталарын ремонтлауға 1 млн 290 мең һум аҡса бүленгән.
Һәр ҡатта керамика плиталарҙан янғынға ҡаршы тороусан иҙәндәр ҡуйылған, ағас ишектәр тимергә алмаштырылған.
Бигерәк тә поликлиникаға ингән ерҙәге тамбур килеүселәр өсөн уңайлы итеп үҙгәртелде.
Читайте нас: