Башҡортостанда мобиль сүп яндырыу комплекстарын һатып аласаҡтар
Сүп-сар түгелгән урындарҙы юҡҡа сығарыу өсөн мобиль сүп яндырыу комплекстарын һатып алырға планлаштыралар.
Әле республика биләмәһендә 2,9 мең санкцияланмаған сүплек бар.
ТАСС мәғлүмәт агентлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, “Экология” милли проекты буйынса Башҡортостанда 12 мең градус температурала сүп яндырыусы мобиль комплекстары һатып алырға планлаштыралар. Уларҙы эшкәртеү өсөн 25 млрд һум тирәһе аҡса кәрәк, тип белдерҙе Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Урал Искәндәров.
“Бөгөн сүплектәрҙе юҡҡа сығарыуҙың альтернативалы варианттары бар, - ти ул. – Дәүләт экспертизаһының ыңғай баһаһын алған мобиль ҡоролмалар сорттарға айырылмаған сүптәрҙе ҙур температурала термик эшкәртә. Медицина, ҡаты көнкүреш, һәм башҡа төрлө ҡалдыҡтарҙы ун ике мең градуста яндыралар. Бының өсөн алдан сорттарға айырыу һәм өҫтәлмә яғыулыҡ талап ителмәй”.
Ҡоролмаларҙың хаҡы 1,5 миллион һумдан башлана, бындай комплекс бер тәүлектә 150 кг ҡалдыҡты эшкәртә ала. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был тәжрибәне ентекле өйрәнергә һәм экология экспертизалары йомғаҡтары буйынса муниципалитеттарҙың береһендә сүпте термик эшкәртеү буйынса тәжрибә проекты ойошторорға ҡушты.
“1 ғинуарға ҡарата республика территорияһында санкцияланмаған 2918 сүплек иҫәпкә алынған. Йыйылған сүп-сарҙың дөйөм күләме – 29 миллион кубометр. Бер кубометр ҡалдыҡты юҡҡа сыарыуға уртаса 850 һум аҡса талап ителә. Шулай булғас, ерҙәрҙе эшкәртеү өсөн республикаға 25 миллиард һум тирәһе аҡса кәрәк".
Башҡортостандың Экология министрлығы муниципалитеттарға булған сүплектәрҙе эреләтергә, йәки бер гектарҙан әҙерәк урын биләгән ҡалдыҡтарҙы өс гектарға тиклем урын алып торған сүплектәргә сығарырға тәҡдим итте. Быйылғы йылдың өс кварталында барлыҡ сүплектәрҙең 11,55 %-ы юҡҡа сығарылды.