Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2019, 22:41

Ауырғазы спортсылары Дәүләкән ҡалаһында үткән турнирҙа ҡатнашты

Тренер Флүр Баҡыев етәкселегендәге футбол секцияһында ҡатнашыусы уҡыусылар командаһы Дәүләкән ҡалаһында үткән мини-футбол буйынса асыҡ район-ара турнирҙа ҡатнашты

Ауырғазы спортсылары Дәүләкән ҡалаһында үткән турнирҙа ҡатнашты
Тренер Флүр Баҡыев етәкселегендәге футбол секцияһында ҡатнашыусы уҡыусылар командаһы Дәүләкән ҡалаһында үткән мини-футбол буйынса асыҡ район-ара турнирҙа ҡатнашты.
Республика көнөнә бағышланған ярыш “Спорт – наркотиктарға ҡаршы” акцияһына сиктәрендә 2009-2010 йылғы үҫмерҙәр араһында уҙғарылды
Уйын йомғаҡтары буйынса беҙҙең район командаһы өсөнсө урынды яуланы.
Турнирҙың иң яҡшы һөжүм итеүсеһе тип Норайр Караханян танылды.
Беҙҙең йәш футболсылар өсөн был беренсе тапҡыр сит районға барыу булды.
Турнирҙа шулай уҡ Бүздәк, Шаран, Благовар, Дәүләкән районы спортсылары ҡатнашты.
Читайте нас: