Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2019, 22:20

Ауырғазы районында "Йырсы ауыл" республика конкурсының һайлап алыу туры бара

Республика һайлап алыу туры Степановка ауыл клубында старт алды. Ул хәҙер ауылдарҙа дауам итә.

Республика һайлап алыу туры Степановка ауыл клубында старт алды. Ул хәҙер район ауылдарында дауам итә.
Октябрҙең 20-һендә Бишҡайын ауылы мәҙәниәт йортонда Батыр, Мостафа, Сыуаш Ҡарамалыһы, Яңы Юлдаш, Бишҡайын ауыл йорттарының һәүәҫкәр коллективтары йыйылды. Улар төрлө йылдарҙың йырҙарын һәр береһе төрлө хис-тойғолар һалып, төрлө характерҙа үҙенсәлекле итеп башҡарҙы.
Һайлап алыу турын артабан Нуғаҙаҡ ауыл мәҙәниәт йорто ҡабул итә. Унда Үтәймулла, Түбәнге Ләкәнде ауылдарының таланттары ла вокал һәләттәрен күрһәтергә киләсәк.
Мәҙәниәт бүлеге сайты мәғлүмәттәре буйынса.
Читайте нас: