Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2019, 15:46

Ауырғазы юлсылары яңы техникалы булды

Ауырғазы юлсылары яңы техникалы булды

Ауырғазы юл төҙөү-ремонтлау идараһына яңы автогрейдер һәм трактор асҡыстары тапшырылды
17 октябрҙә «Башкиравтодор» акционер йәмғиәте филиалы производство әҙерләү идараһында төбәк һәм муниципаль-ара дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарында юл эштәрен башҡарыу өсөн юл техникаһын тантаналы тапшырыу сараһы үтте.
«Башкиравтодор» йәмғиәтенә 54 берәмек техника - автогрейдер, каток, экскаватор, 30 тонналы үҙбушатҡыстар, тейәүсе машиналар, төрлө тракторҙар, разметка эшләүсе машиналар - тапшырылды.
Махсус техника асҡыстарын Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, премьер-министр урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәиф Абдрахманов, Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәисе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Тимур Мөхәмәтйәнов тапшырҙылар. Предприятиеның 36 филиалы етәксеһе төрлө техника алды.
Ауырғазы юл төҙөү-ремонтлау идараһына ла яңы техника - автогрейдер һәм трактор - асҡыстары тапшырылды.
Читайте нас: