Ауырғазы районы үҙәгендә кедр урманы барлыҡҡа килде. Был турала республика телевидениеһында яңылыҡтарҙа һөйләнеләр
Ағастарҙы «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы территорияһында ултырттылар. Был аллеяны райондың иң йәш быуыны үҙ ҡулы менән ултыртты.
Ә үҫентеләрҙе яҡташыбыҙ, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Миҙхәт Хәсәнов бирҙе.
Ул кедр ағастарын Ханты-Манси автоном округынан алып ҡайтҡан.