Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2019, 00:19

Башҡорт педагогия университетында Мостай Кәримгә бюст асылды

Башҡорт педагогия университетында Мостай Кәримгә бюст асылды

Башҡорт педагогия университетында Мостай Кәримгә бюст асылды
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Аҡмулла исемендәге Башҡорт педагогия университетында күренекле яҙыусы, публицист, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы саралар уҙҙы.
Өсөнсө корпустың беренсе ҡатында Мостай Кәримгә бюст асылды. Бронза ялатылған бюстың скульпторы – Юрий Солдатов. Скульптор был эшен уҙған быуаттың 70-сы йылдары аҙағында өс көн буйына эшләгән. «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» китабын уҡып сыҡҡас эшкә тотона. Мостай Кәрим уның был эскизын оҡшата. Скульптор уның ҡулдарын да эшләй. Һул ҡулы — хәсрәтләнгән, ә уңы иһә Тыуған илдең киләсәге тураһында уйланған кеүек, тип автор Мостафа Сафа улына ла әйтә. Ул миңә: «Ә һин философ!» тине, — тип хәтеренә төшөрә Юрий Солдатов.
Бюстың күсермәһе яҙыусы һуңғы йылдарҙа йәшәгән Энгельс урамындағы йорт барельефын биҙәй.
Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов Мостай Кәримдең университеттың почетлы профессоры икәнен иҫкә төшөрөп үтте.
Бюст асыу тантанаһында яҙыусының ғаиләһе — шағирҙың ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге фондтың башҡарма директоры Әлфиә Кәримова, ейәне — Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы Тимербулат Кәримов, төрлө илдәрҙән һәм төбәктәрҙән абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Валерий Шахов фотоһы.
Читайте нас: