Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Октябрь 2019, 16:23

Радий Хәбиров башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусыларға бүләк вәғәҙә итте.

Заһир Зәйнетдинов Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда башҡорт бейеүен башҡарып, барыһын да таң ҡалдырҙы.

Заһир Зәйнетдинов Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда башҡорт бейеүен башҡарып, барыһын да таң ҡалдырҙы. Был импровизациялы бейеүҙе Радий Хәбиров та күрә һәм бик оҡшата. Республика Башлығы видеояҙманы ҡарағас, иң үҙенсәлекле бейеүгә бүләк хаҡында иғлан иткән.
Радий Фәрит улы яңы флешмобтың төп шарты итеп бейеүҙең Башҡортостандан ситтә, йәки республикаға килгән ҡунаҡ менән башҡарылырға тейешлеген белдерҙе.
Мәскәү, Санкт-Петербург, диңгеҙ буйҙарында бейеүҙәр башҡарыла башлаған да инде.
“Илдең йәки донъяның танылған урындарында беҙҙең егеттәрҙең бейеүе миңә оҡшай. Улар берәүгә лә ҡамасауламай һымаҡ. Киреһенсә, кешеләр ҡыуана һәм фотоға төшөрә. Былай итәйек: иң матур бейеү өсөн бер нисә айҙан мин шәхси бүләгемде тапшырасаҡмын. Һылтанмаларығыҙҙы көтәм”, – тип белдергән Радий Хәбиров.
(Республика матбуғатынан).
Читайте нас: