Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Октябрь 2019, 22:35

Мораҙымдар изге эш эшләне, шишмәгә юл асты

Һамай тауҙары янындағы шишмәне мораҙымдар таҙартып, уға яңы һулыш бирҙе

Мораҙымдар изге эш эшләне, шишмәгә юл асты
"Һамай тауҙары янындағы шишмәләр йомшаҡ, тәмле һыуҙары менән айырылып тора. Һуңғы 70 йылдар дауамында ауыл тирәләрендәге ерҙәр һөрөлдө, тауҙарыбыҙҙа иҫәпһеҙ һарыҡ көтөүҙәре йөрөнө. Бындағы ағас-ҡыуаҡлыҡтар ҡороно, шишмәләр ҙә юғалды. Ә төп Һамай ҡойоһо, эргәлә бер нисә скважина бырауланғас, элекке тәмен юғалтты.
Бер нисә көн элек ауылыбыҙҙың хөрмәтле имам хатибы Сабир хәҙрәт Ҡоҙашевтың башланғысын Яңауыл ир -аттары күтәреп алып, ҡойо ҡаҙырға сыҡтылар. Дүртенсе көн ямғыр яуып торһа ла, көн һайын унлап ир-егет теләп өмәгә сыҡты.
Урыны бик тә уңайлы. Беренсенән, ауылға яҡын, юл буйында ғына, икенсенән, уратып алып, эскәмйәләр ҡуйылһа, ауылыбыҙҙың яңы бер иҫтәлекле урыны булыр ине. Был изге эштең төп бағыусыһы - имам хатибыбыҙ Сабир Ҡоҙашев. Уның тарафынан ҡыйбатлы тимер - бетон ҡулсалар алынған. Ауылдаштарыбыҙ Винер Гузин, Таһир Яхин, Мәғәфүр Ильясов, Раян Вәлитов, Йәмил Әйүпов, Фәрғәт һәм Илфат Ҡоҙашевтар, Рушан һәм Байрас Ильясовтар, Рөстәм Сатлыков һәм башҡалар уйын-шаярыуҙар менән гөрләшеп эшләнеләр. Усаҡ яғып ҡаҙанда төшкө аш бешерелә, яңы шишмәнең сәйе ҡайнатыла. Сәйҙәре тәмле, һыуҙары йомшаҡ!
Һыу - йәшәү сығанағы, ерҙең аҫыл бер биҙәге!
Михайловка ауыл Советы, "Урал"ауыл хужалығы идараһы киләсәктә был изге урынды уратып алып, һыуын алырға уңайлы ҡойо эшләп, юлына таш түшәргә ярҙам итерҙәр, тип ышанғы килә", -ти ауылдың әүҙем эшлеклеһе, ауыл яҙмышы өсөн янып-көйөп йөрөүсе Факил ағай Дилмөхәмәтов.
Читайте нас: