Төрөмбәт ауылында “Айыҡ ауыл” конкурсына бағышланған байрам кисәһе үтте
Төрөмбәт мәктәбендә ҡунаҡтарҙы яҡташыбыҙ Рәшит Назаровтың “Йөрәк” шиғырына флешмоб менән ҡаршы алдылар. Шағирҙың музейына экскурсия булды.
Артабан сара ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. Бында ауыл халҡы йыйылды. Фойела ҡул эштәренән, баҡсаларҙа үҫтерелгән йәшелсә-емештәрҙән матур күргәҙмә ойошторолған.
“Йыйын” фольклор ансамбле “Исем ҡушыу” йолаһын сәхнәләштерҙе. Был сара мәҙәниәт йортонда 1996 йылдан алып үткәрелә.
Төрөмбәттә әлеге көн дә 545 кеше йәшәй. Йыл башынан туғыҙ бала тыуған. Әминә Иҙрисова, Ислам Вәлитов, Вилена Ғәлимова, Ильяс Кләвлин дә әсәләре менән байрамда ҡатнашты. Ауыл хакимиәте башлығы Юлай Ҡотлоюлов яңы тыуған сабыйҙарға бүләктәр тапшырҙы.
Хакимиәт башлығы ауылдың йәшәйеше һәм иң төп проблема – эскеселекте бөтөрөү һәм тыйыу тураһында сығыш яһаны. Матур ихата, өлгөлө ғаиләләрҙе билдәләп үтте, уларға бүләктәр бирҙе.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Цуканов, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе, үҙәк район дауаханаһы табибы Лилиә Килмөхәмәтовалар ҙа сығыштарында ошо мәсьәләгә баҫым яһаны.
- Байрамдың исеме бик матур ҡуйылған: “Тормош матур, тормош гүзәл”. Ошо донъяны матурлаусы, нурлаусы, гөлгә күмеүсе, быуындар бәйләнешен тоташтырыусылар йыйылған сараға. Ә ауылдар бит үҙенең өлкән быуын кешеләре һәм балалары менән йәмле һәм йәнле. Айыҡ, өлгөлө тормош алып барғандар ғына ауылдарҙың абруйын үҫтереүгә һәм халыҡтың күбәйеүенә ярҙам итә ала. Шуға күрә тырышып эшләүҙе, матур итеп йәшәүҙе һәр кем маҡсат итеп алырға тейеш. Иң мөһиме, ғәмһеҙ һәм ялҡау булмайыҡ. Татыу ғаилә ҡороп, тәүфиҡле балалар үҫтерәйек. Яҡшы атай-әсәй булығыҙ, йорттарығыҙҙа һәр саҡ тыныслыҡ булһын. Милләтебеҙҙең яуыз дошманы – эскеселеккә ҡаршы көрәш иғлан итеп, районыбыҙҙың ун һигеҙ ауылы “Айыҡ ауыл – 2019” конкурсында ҡатнашырға теләк белдерҙе. Төрөмбәт ауылы ла был исемлектә. Халыҡты эскеселеккә һабыштырған араҡы, көмөшкә һатып байлыҡ туплаған намыҫһыҙ кешеләргә ҡаршы бергә көрәшәйек, бөгөнгөләй байрамдарҙы матур йолалар менән үткәрәйек, - тине Фәүзиә Юламанова.
Ул 90 йәштәрен билдәләгән Рәшиҙә Батыршина менән Фәриха Уздалиеваларға бүләктәр тапшырҙы.
Сара күңелле йырҙар, бейеүҙәр менән тамамланды.
“Айыҡ ауыл” конкурсының беренсе этабы районда, икенсеһе республикала муниципаль этапта еңеүселәр араһында үтә. Еңеүселәргә аҡсалата премиялар тапшырыласаҡ.
"Ауырғазы хәбәрсеһе" гәзитенән