20 октябрҙә, Мостай Кәримдең йөҙ йыллыҡ юбилейында, Рәсәй I телеканалында “Мостай” исемле документаль фильм күрһәтеләсәк. Шул көндө үк Александр Галибиндың “Һеңлекәш” фильмының премьераһы була. Ә "Культура" каналы "Аҡыл эйәләре менән әңгәмәләр" циклынан "Мостай Кәрим" тигән документаль фильм тәҡдим итәсәк.
12 октябрҙә Мәскәүҙең Бәләкәй академия театрында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең юбилейына арналған тантаналы кисә ойошторолдо. Уның төп ваҡиғаһы булып Саида Медведеваның "Мостай" фильмы премьераһы торҙо. Картинаны төшөрөүҙә Рәсәйҙең билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, театр һәм кино артистары ҡатнашты. Улар араһында Владимир Спиваков, Никита Михалков, Сергей Безруков, Иосиф Кобзон, Сулпан Хаматова һәм башҡалар бар.
Бер сәғәт дауам иткән фильм халыҡ шағирының тормош юлына ҡыҫҡаса сәйәхәт булды. Уның шиғырҙары һәм прозаһы, хәтирәләре Спиваков, Хаматова, Безруков һәм Рейф Файнс тауыштары аша яңғыраны. Фильм авторҙары, халыҡ шағирының аҡыллы һүҙҙәре бер ваҡытта ла көнүҙәклеген юғаалтмай, уларға бер ниндәй сиктәр юҡ, тип иҫәпләй.
"Ниндәй генә осор кисерһәк тә, изге йәки моңһоу булһынмы, беҙ уның аҡылына таянабыҙ. Олатайға оҙаҡламай 100 йыл тула, ә шағир ғүмере ошо миҙгелдән яңынан башланғандай", - ти Мостай Кәримдең ейәне Тимербулат Кәримов.
Мостай Кәрим һуғышта, ...ғаиләһе менән, ...партия съезы трибунаһында, ...кабинетының өҫтәл артында, тыуған ауылы Келәштә, дуҫтары, яҙыусылар янында... Уның менән шәхси осрашыуын Иосиф Кобзон һәм Андрей Дементьев хәтергә ала. Никита Михалков атаһы менән Мостай Кәримдең дуҫлығы тураһында бәйән итә... Ошо монологтар аша, әйтерһең дә, шағирҙың портретына штрихтар һалына.
"Уның иҫән дуҫтарын да, һуңғы ваҡытта арабыҙҙан киткәндәрен дә төшөрөп өлгөрҙөк. Бында бик ҡиммәтле материалдар, үҙенсәлекле кешеләр. Улар атайымды шәхсән белгән кешеләр. Атайымдың тыуыуына 100 йыл тулыуға ышанып та булмай. Был шундай етди һан", – ти Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова.
Фильмды "Мастерская" кинокомпанияһы төшөргән. Ул Рәсәйҙә документаль һәм ғилми-популяр кино төшөрөү буйынса лидер булып тора. “Кинолағы кешеләр – әҙипте шәхсән белгән, уның менән оҙаҡ ваҡыт аралашҡан шәхестәр. Был образ төрлө яҡлап баһалауҙарға тап килә", – ти "Мостай" фильмының сценарий авторы Татьяна Саломадина.
"Рәсәй бөгөн" агентлығы генераль директоры Дмитрий Киселев фильм тураһындағы фекере менән уртаҡлашты: "Ул бөтөнләй типик түгел. Совет кешеләре бөгөн башҡаса ҡабул ителә. Ул заман кешеләре һәм геройҙары бөгөнгө характерҙарҙы үҙҙәре менән байыта ала. Ул заман кешеләренән беҙгә күпте өйрәнергә була”.