Бөгөн, 15-се октябрь - Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө!
Хөрмәтле ауыл ҡатын ҡыҙҙары!!! Һеҙҙе Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө менән ҡайнар ҡотлайым! Сәләмәтлек, оҙон ғүмер, балалар һәм ғаилә ҡыуанысы, ныҡлы һаулыҡ, һәр ваҡыт шатлыҡлы көндәр булыуын теләйем һеҙгә!
Был көн БМО Генераль Ассамблеяһының 2007 йылдың 18-се декабрендә ҡабул ителгән ҡарарына быйыл 11-се тапҡыр билдәләнә.
Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙ ул ғаилә усағын һаҡлаусы, әсәй. Ҡайҙа ғына ҡарама, һәр эштә лә ҡатын-ҡыҙ роле ҙур. Сәнәғәт индустрияһына индергән хеҙмәте лайыҡлы.
Ҡояштай көләс, изге йөрәкле, ауылдарҙың, ғаиләнең ҡото булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ матур тормошта йәшәһен!