Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2019, 22:01

Республикала 600 мең һум алған ғаиләләр исемлеге киңәйтелә

Республикала 600 мең һум алған ғаиләләр исемлеге киңәйтелә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 600 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алырға хоҡуҡлы күп балалы ғаиләләр исемлеге киңәйтеләсәк. Дәүләт Йыйылышы депутаттары киләһе пленар ултырышта «Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында»ғы республика законына төҙәтмәләр ҡабул итә.
«Әлегә һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең ошо дәүләт ярҙамын алыуға хоҡуғы бар. Хәҙер иһә түләүҙе алыу хоҡуғын 23 йәшкәсә һигеҙ һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләргә лә таратырға тәҡдим итәбеҙ. Йәштәр, ҡағиҙә булараҡ, мәктәпте тамамлағандан һуң юғары уҡыу йорттарында, колледждарҙа уҡый һәм ата-әсәһе ҡарамағында ҡала. Күптәре 23 йәшкә тиклем һөнәр үҙләштерә, шунан һуң ғфна үҙҙәрен тәьмин итә башлай. Шуға күрә ишле, шул иҫәптән 18-ҙән 23 йәшкәсә «балалар» тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә социаль ярҙамға мохтаж», — тип белдерә республика парламенты спикеры Константин Толкачев.
Уның һүҙҙәренсә, күп балалы ғаиләләргә ярҙам суммаһы даими индексациялана, тәүҙә туғыҙ һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләргә ярҙам күрһәтелде.
«Уҙған йылдың көҙөндә депутаттар аҡса алырға хоҡуҡлы күп балалы ғаиләләр категорияһын киңәйтеп, законға үҙгәрештәр индерҙе, — балалар һанына талап туғыҙҙан һигеҙгә тиклем кәметелде. Хәҙер беҙ сираттағы тапҡыр ярҙам алыусылар даирәһен киңәйтергә тәҡдим итәбеҙ».
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Читайте нас: