Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2019, 22:09

Рәсәйҙә балалары тәмәке тартҡан өсөн ата-әсәләргә штраф һала башлауҙары ихтимал

Рәсәйҙә бәлиғ булмаған балалары тәмәке тартҡан өсөн ата-әсәләргә штраф һала башлауҙары ихтимал. Хөкүмәттә шундай закон әҙерләйҙәр. Ул тәмәке тартҡан үҫмерҙәрҙең ата-әсәләренән тыш, башҡа законлы вәкилдәренә лә ҡағыла.

Рәсәйҙә бәлиғ булмаған балалары тәмәке тартҡан өсөн ата-әсәләргә штраф һала башлауҙары ихтимал. Хөкүмәттә шундай закон әҙерләйҙәр. Ул тәмәке тартҡан үҫмерҙәрҙең ата-әсәләренән тыш, башҡа законлы вәкилдәренә лә ҡағыла.
Әлеге тәҡдимде Эске эштәр министрлығы индергән. Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр министрлығы сайтында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса хөкүмәт комиссияһы ултырышы протоколы материалдары ошо хаҡта һөйләй, тип хәбәр итә РИА Новости. Тәмәке тартҡан балаларҙың ата-әсәләренә ниндәй штраф һалыныуы мөмкин икәне аныҡланмай.
Балалары тәмәке тартҡан өсөн ата-әсәләргә яза биреүҙе күҙ уңында тотҡан закон проекттары бер нисә тапҡыр Дәүләт Думаһына ҡарауға индерелһә лә, хөкүмәттә хуплау тапманы һәм проект авторҙары уларҙы кире алды.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы 1 октябрҙән Рәсәйҙә янғын хәүефһеҙлегенең яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә индерелеүен хәбәр иткәйне. Уларға ярашлы, хәҙер балкондарҙа һәм лоджияларҙа, ятаҡтар һәм ҡунаҡханалар бүлмәләрендә асыҡ ут ҡулланыу тыйыла. Закон боҙоусыларға иҫкәртеү йәки өс мең һумға тиклем штраф янай. Ҡағиҙәләрҙе боҙоу арҡаһында янғын сыҡһа, биш мең һумғаса штраф һалыныуы мөмкин.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас в