Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2019, 18:35

Ҡәнзәфәр Ғәлиев уҡыусылар алдында башҡорт музыка ҡоралдарында уйнаны

Түрҫәгәҙе мәктәбендә Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған фәһемле, ҡыҙыҡлы сара үтте

Ҡәнзәфәр Ғәлиев уҡыусылар алдында башҡорт музыка ҡоралдарында уйнаны
Түрҫәгәҙе мәктәбендә Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған фәһемле, ҡыҙыҡлы сара үтте.
Ауылдың аҡһаҡалы, башҡорт рухлы Ҡәнзәфәр Ғәлиев мәктәпкә ҡунаҡҡа килде. Ул үҙе эшләгән башҡорт музыка ҡоралдарын да алған. Уҡыусылар алдында һыҙҙырып ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнаны.
Ошо бәләкәй концерттан һуң уны балалар һырып алды. Улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, Ҡәнзәфәр ағай барыһын да ихлас тыңланы, аңлатты. Ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнау серҙәрен һөйләне.
Был осрашыу уҡыусыларға башҡорт милли музыка ҡоралдарын күреп, тотоп ҡарап өйрәнеүгә оло бер һабаҡ-дәрес булды.
Алдағы көндәрҙә лә осрашырға һөйләшеп, көнөн билдәләп ҡуйҙылар.
Читайте нас: