Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы “Петербург трактор заводы” етәкселеге менән килешеү төҙөнө.
Мәскәү ҡалаһында “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы ойошторолған халыҡ-ара агросәнәғәт форумы барышында төҙөлгән килешеүгә ярашлы, республикаға “Кировец” тракторҙары һәм алмаш частар килтереләсәк.
Килешеү шулай уҡ сервис хеҙмәтләндереүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостанда заводтың рәсми дилеры – “Башсельхозтехника” предприятиеһы.
Республикаға йылына 100-120 дана “Кировец” һатып алыу күҙаллана. Федераль һәм урындағы бюджеттар ярҙамында тракторҙарҙы 20 процент ташлама менән алыу мөмкинлеге буласаҡ.
Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
("Башҡортостан" гәзитенән).