Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Октябрь 2019, 17:07

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарына маммография һәм онколог консультацияһы бушлай үткәрелә

12, 19, 26 октябрҙә белгестәр республика онкология диспансерында ҡабул итә. Был консультациялар “Алһыу таҫма” акцияһы сиктәрендә үтә.

Маммологҡа эләгеү өсөн урындағы поликлиникаларҙың онкологтары, муниципаль-ара медицина онкология үҙәктәре, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларының амбулатор медицина ярҙамы күрһәтеү үҙәктәре аша яҙылырға мөмкин. Был турала Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Акция тураһында тулы мәғлүмәтте район поликлиникаһы онкологтарынан белеп була.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: