Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Октябрь 2019, 22:29

Беренсе кластар Уҡыу иленә сәйәхәт ҡылды

Талбазы башҡорт гимназияһының беренсе класс уҡыусылары уҡытыусылары Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы менән Үҙәк район балалар китапханаһының “Китап табип” библиотерапия үҙәгендә ҡунаҡта булды

Талбазы башҡорт гимназияһының беренсе класс уҡыусылары уҡытыусылары Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы менән Үҙәк район балалар китапханаһының “Китап табип” библиотерапия үҙәгендә ҡунаҡта булды
Китапханала уҡыусылар күп ҡыҙыҡлы нәмәләр менән танышты.
Китапханасылар балаларҙы китапханала үтәлергә тейешле ҡағиҙәләр менән таныштырҙы, китап килеп сығыу тарихы, уға һаҡсыл ҡараш булдырыу тураһында һөйләне. Беренселәр китаптар, энциклопедиялар, “һөйләүсе”, тағатма китапсыҡтарҙы мауығып ҡараны. Үҫтереүсе йомшаҡ иҙәндә уйнау, унда төрлө фигуралар, пазлдар, “Тимер юл” конструкторын йыйыу матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Бирсәткә-ҡурсаҡтар менән актерлыҡ һәләттәрен һынап ҡаранылар, һуңынан “Өс бесәй” йәнһүрәтен ҡаранылар.
Уҡыусылар китапхананан сыҡҡас, күргәндәре тураһында фекерҙәре менән бүлеште. Улар был аҡыллы йортҡа юлды онотмаҫтар, төрлө китаптар менән танышырҙар, улар яҡын дуҫтарына әйләнер.
Читайте нас: