Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2019, 02:50

Талбазы ауылында “Еңеүселәр аллеяһы” барлыҡҡа килде

Талбазы ауылы үҙәгендә “Еңеүселәр аллеяһы” барлыҡҡа килде. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында егерме төп шыршы ултыртылды. Был аллеяны ултыртыу идеяһын район полицейскийҙары тәҡдим итте.

Талбазы ауылы үҙәгендә “Еңеүселәр аллеяһы” барлыҡҡа килде. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында егерме төп шыршы ултыртылды. Был аллеяны ултыртыу идеяһын район полицейскийҙары тәҡдим итте. Райондың Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре был иҫтәлекле урынды булдырыуҙы республика акцияһына тура килтерҙе.
- Киләһе йыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйәсәк. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуғышҡан эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре иҫтәлеген данлау өсөн беҙ ошо аллеяны ултыртыуҙы тәҡдим иттек, - ти район эске эштәр бүлеге начальнигы ярҙамсыһы Руслан Афрутьев.
Ағастар кинотеатр һәм үҙәк китапхана алдындағы майҙанда ултыртылды. Полицейскийҙарға мәҙәниәт бүлеге, “Ғаилә” үҙәге, киновидеоселтәр, район хакимиәте, Талбазы ауыл Советы, ауыл хужалығы идараһы, прокуратура, район дауаханаһы, коммуналь хужалыҡ, водоканал хеҙмәткәрҙәре ярҙам итте. Ветерандар ҙа ситтә ҡалманы.
Талбазы ауыл Советы ағас үҫентеләрен Стәрлетамаҡ урман хужалығынан алды. Ҙурыраҡ үҫентеләр ултырттылар, сөнки улар көҙгө һалҡындарға бирешеп бармай.
- Апрелдә беҙ ағас ултыртыуға ҡатнаштыҡ. Талбазының төньяҡ микрорайонында, Ленин урамының уға ҡушылған урынында пирамидаль тирәктең 800 үҫентеһе ултыртылды. Улар үҫеп тә киләләр инде, - ти ауыл Советы рәйесе Айҙар Нафиҡов.
Яҙ көнө акцияның беренсе этабы булды. Унда урман хужалығы белгестәре һәм ирекмәндәр урман хужалығы белгестәре һәм ирекмәндәр 38 меңдән күберәк үҫенте ултыртты. Төрлө ағастар ауылдарҙың урамына йәм биреп ултыра, райондың урман фонды ла тулыланды.
Читайте нас: