Рух
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2019, 02:19

Рәсәй Төҙөлөш министрлығы башлығы Башҡортостандың төҙөлөш тармағындағы хәлдәрҙе ыңғай баһаланы

Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы башлығы Владимир Якушев Башҡортостанға эш сәфәре менән килде. Ул республикалағы төҙөлөш тармағындағы эштәрҙе ыңғай баһаланы.

«Советтар Союзы ваҡытынан уҡ Башҡортостандың төҙөлөш комплексы көслө булды. Илдә барған ауыр үҫеш йылдарында ла ул позицияларын юғалтманы, - тине ул журналистарға республиканың алдынғы төҙөлөш ойошмаларының етәкселәре менән осрашыуҙан һуң. Беҙ “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуға бәйле республикаға ҙур өмөт бағлайбыҙ.Торлаҡ төҙөлөшө етди алға китәсәгенә ышанабыҙ. Тик был күләмдә генә түгел, республиканың муниципалитеттары биләмәһендәге төҙөләсәк торлаҡтың сифатында ла сағылырға тейеш».
В.Якушев билдәләүенсә, осрашыуҙа ҡаралған һорауҙар илдең бөтә субъекттары өсөн дә хас.
«Беҙ булған проблемаларҙы сисеү юлдарын эҙләйбеҙ. Хәҙер иң мөһиме – көҙгө сессияла әле ғәмәлдә булған законға үҙгәрештәр индереү, улар төҙөүселәргә алға китергә ярҙам булырға тейеш», — тип өҫтәне ул.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығынан.
Читайте нас: