Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2019, 13:25

Башҡортостанда тағы ла өс предприятие һаҡсыл етештереү ысулына күсте

“Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә булышлыҡ” милли проектына ярашлы, Башҡортостанда тағы ла өс предприятие һаҡсыл етештереү ысулына күсте.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә булышлыҡ” милли проектына ярашлы, Башҡортостанда тағы ла өс предприятие һаҡсыл етештереү ысулына күсте.
Милли проектта ҡатнашыу өсөн килешеүгә Мәләүез – тимер-бетон конструкциялары заводы һәм “Благовещен тимер-бетоны” акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре ҡул ҡуйҙы.
Мәләүез заводы транспорт төҙөлөш өсөн кәрәк-яраҡ етештерә, Благовещендағы йәмғиәт иһә башҡорт төҙөлөш индустрияһында лидер булып тора.
Был ике предприятие ингән “Башбетон” холдингы заводтарына һаҡсыл етештереү системаһын булдырыу 2013 йылда башланған. Милли проектта ҡатнашыу – был эштең сираттағы этабы.
“Хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу һәм һаҡсыл етештереүҙең яңы инструменттарын индереү заказдарҙы үтәү ваҡытын ҡулайлаштырыу, продукцияның үҙ хаҡын төшөрөү мөмкинлеген бирәсәк”, – тип билдәләне холдингтың генраль директоры Владимир Баварский.
Милли проектҡа ярашлы хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу теләген “Восход” Өфө икмәк берекмәһе етәкселәре лә белдергән. Улар үҙ продукцияһын республиканан ситтә лә тарата.
Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығынан белдереүҙәренсә, төбәгебеҙҙә милли проектта ҡатнашыуға 43 предприятие килешеү төҙөгән. Улар Сәнәғәтте үҫтереү фондынан бер процент менән биш йылға 300 миллион һумға тиклем ташламалы кредит алыу мөмкинлегенә лә эйә.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү тураһында һөйләгәндә, күптәр үҙҙәрен күберәк эшләргә мәжбүр итәсәктәр, аҙаҡ ҡыҫҡартасаҡтар тип уйлай. Улай түгел. Асылда, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙең маҡсаты – кешеләрҙе кәрәкмәгән эштәрҙән азат итеү. Берәү ҙә эшселәрҙе ҡыҫҡартырға йыйынмай. Киреһенсә, предприятиелар үҫеш аласаҡ”, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең сығышында.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор: Д. ИШМОРАТОВА.
Читайте нас: