Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Октябрь 2019, 16:19

Талбазы ауылының урамдарына асфальт һалыу дауам итә

Районда төҙөкләндереү эштәре туҡтап тормай. Талбазы ауылының урамдарына асфальт һалыу,юлдарҙы ремонтлау дауам итә.

Районда төҙөкләндереү эштәре туҡтап тормай.
Әле Талбазы ауылының юлдарына ремонт эшләнә, асфальт йәйелә.
Үткән аҙнала Көньяҡ-Көнбайыш микрорайонындағы юлдарға ҡом-таш түшәлде (подрядчигы - «Стройэколог» ЯСЙ-е).
Кисә ошо уҡ ойошма Сәскәле урамында юл полотноһын тигеҙләү эштәрен башланы. Бының өсөн район бюджетынан 1,87 млн һум аҡса бүленгән.
Яҙғы, Энтузиастар, Волочаевская урамдарында асфальт һалына. Был эште башҡарыуға 2,7 миллион һум аҡса бирелгән.
(Мәғлүмәт бүлеге материалдарынан).
Читайте нас: