Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Октябрь 2019, 23:11

Талбазы ауылының 2-се мәктәбенең башланғыс кластар корпусы янындағы машина ҡуйыу урыны (парковка) төҙөкләндереләсәк

Хәҙер мәктәп янындағы машиналар ҡуйыу урыны төҙөкләндереләсәк. Ул йәнле хәрәкәт булған юл эргәһендә урынлашҡан.

Хәҙер мәктәп янындағы машиналар ҡуйыу урыны төҙөкләндереләсәк. Ул йәнле хәрәкәт булған юл эргәһендә урынлашҡан. Төҙөлөш эштәрен башҡарыу аукционда еңеп сыҡҡан Ауырғазы юл төҙөү-ремонтлау идараһы яуаплылығында.
Быйыл сентябрҙең беренсе көндәрендә Талбазының 2-се мәктәбенә ҡараған башланғыс кластар корпусы тантаналы асылғайны. Элек балалар йорто урынлашҡан бинала капиталь үҙгәртеп ҡороу эштәре башҡарылды, бәләкәй кластар заманса һәм хәүефһеҙ шарттарҙа уҡый.
Кластар уҡыусыларҙың әйберен ҡуйырға махсус урыны булған парталар менән, компьютер, интерактив таҡталар менән йыһазландырылған. Ашхана һәм аш бешереү бүлмәһендә технологик йыһаздар бар. Рәсем студияһы, спорт залы, киапхана, грим бүлмәһе булған актовый зал – барыһы ла заманса эшләнгән.
Йомшаҡ мебель һәм уйынсыҡтар менән ял зонаһы булдырырға планлаштырылған.
Мәктәптә видеокамералар, янғын һүндереү бүлегенә сигнал еткереүсе янғындан һаҡлау нөктәһе бар.
Тиҙҙән инде ата-әсәләргә машинанан балаларҙы төшөрөп ҡалдырыу өсөн уңайлы, хәүефһеҙ урын буласаҡ. Шулай уҡ балаларҙы килтергән мәктәп автобусы өсөн дә бик ҡулайлы буласаҡ.
Читайте нас: