Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Октябрь 2019, 15:06

2020 йылдан минималь эш хаҡы 12 130 һум тәшкил итәсәк

2020 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы 7,5 процентҡа, йәки 850 һумға артасаҡ һәм 12130 һум тәшкил итәсәк, тине Рәсәй президенты Владимир Путин

Иҡтисади үҫеш үҙмаҡсат түгел, ә һуңғы һөҙөмтә мөһим – халыҡтың килемдәрен арттырырға кәрәк, ти Владимир Путин .
1 октябрҙән Май указында ҡаралмаған, йәки эш хаҡы артмағандарға, 4,3 процентҡа эш хаҡы күтәреләсәк.
2020 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы 7,5 процентҡа, йәки 850 һумға артасаҡ һәм 12130 һум тәшкил итәсәк, тине Рәсәй президенты Владимир Путин.
Президент белдереүенсә, беренсе һәм икенсе балаға түләүҙәр алған ғаиләләр һанын 45,7 проценттан 68 процентҡа тиклем арттырырға кәрәк. Мохтаж ғаиләләр был ярҙамды балаларына өс йәш тулғанға тиклем аласаҡ.
Читайте нас: