Бөгөн Ауырғазы районы мәҙәниәт һарайында Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнөнә бағышланған “Тормош көҙөң йылы булһын!” тип аталған байрам концерты үтте.
Сәнғәт хеҙмәткәрҙәре саҡырылған ҡунаҡтар өсөн сағыу концерт программаһы күрһәттеләр. Өлкән йәштәгеләрҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары С Цуканов С.П., район ветерандар советы рәйесе И.Мифтахов, хеҙмәт ветераны Ә. Ырыҫҡолова, Талбазы ауыл Советы башлығы А.Нафиҡов йылы ҡотланы, рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Кисәгә килгән бер кеше лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы, ветерандар хәрәкәтенең иң әүҙем ҡатнашыусыларына район хакимиәтенең һәм ветерандар советының Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Өлкән йәштәгеләрҙең әйтеүенсә, улар өсөн район етәкселегенең иғтибары ҡәҙерле.
Барлыҡ өлкән йәштәгеләрҙе байрамдары менән тәбрик итәбеҙ! Һеҙгә матур ғүмер миҙгелдәре кисерергә, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, туғандарығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтендә, тыныслыҡта йәшәргә яҙһын! Сәләмәт булығыҙ!!!