Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2019, 21:57

Башҡортостан юлдаш телеканалы "Беренсе республика" фильмын күрһәтәсәк

Был ваҡиға Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына арнала.

Был ваҡиға Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына арнала.
Булат Йосоповтың картинаһы "SKEY-CINEMA" халыҡ-ара кинофестивалендә еңеүсе булды. Баһалама ағзаларының берҙәм ҡарары менән ул "Иң яҡшы тулы метрлы фильм" тип танылды.
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Лилиә Исҡужина Һәҙиә Дәүләтшина роле өсөн "Иң яҡшы икенсе пландағы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында еңеү яуланы.
Фильмдың премьераһы 16 мартта булғайны. Уны ҡала үҙәгендә, Совет майҙанында, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, филармонияла төшөрҙөләр. Картинаның премьераһы Рәсәйҙә, шулай уҡ Төркиәлә, АҠШ-та, Ҡаҙағстанда булды. Швейцарияла ла күрһәтергә уйлайҙар.
Фильм Башҡортостандың үҙаллы булараҡ тәүге йылдарҙағы ваҡиғалары тураһында һөйләй. Ул саҡта республикала мәҙәниәт һәм фән үҫешә. Тик Кировты үлтергәндән һуң республикала партия таҙартыуҙары һәм репрессиялар башлана.
Булат Йосопов, режиссер, картинаны төшөрөү тураһында: «Фильм «Башҡортостан» киностудияһы менән берлектә төшөрөлдө. Проектты Республика Хөкүмәте хупланы, ярҙам итте. «Живая лента» кинокомпанияһы менән А.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы тырышлығы менән ошо проект тормошҡа ашырылды».
"Беренсе республика" фильмын 11 октябрҙә 19 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телеканалында ҡарарға була.
Читайте нас: