Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2019, 20:40

“Балконда асыҡ утҡа юл ҡуйма!” Бөтә Рәсәй акцияһы иғлан ителде

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 1 октябрҙән торлаҡ йорт балкондарында һәм лоджияларҙа тәмәке тартыуҙы тыйыуҙы раҫланы.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 1 октябрҙән торлаҡ йорт балкондарында һәм лоджияларҙа тәмәке тартыуҙы тыйыуҙы раҫланы.
Сара ил Хөкүмәтенең "Рәсәйҙә янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы ҡарарына нигеҙләнә. Яңы нормалар буйынса, балкондар, лоджиялар, торлаҡ йорттар, ятаҡтар һәм ҡунаҡханалар бүлмәләрендә асыҡ ут менән файҙаланыу тыйыла.
Бынан тыш, кинотеатрҙарҙа сеанс алдынан янғын осраҡтарында үтәлергә тейешле саралар тураһында сюжеттар күрһәтеләсәк. Документ шулай уҡ кибеттәрҙә тауар бушатыу юлдарының һатып алыусыларға тәғәйенләнгән эвакуациялау юлдары менән киҫешмәүен талап итә.
Үҙгәрештәр дауаханаларға ла ҡағыла. Яңы талаптарға ярашлы, ауыр хәлдәге пациенттар һәм балалар башлыса беренсе ҡаттарҙа урынлаштырыласаҡ.
Рәсәйҙә йыл һайын балкондарҙа, лоджияларҙа янғындар булып тора. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2016 йылда шундай 907 янғын теркәлгән, 2017-лә - 1478, ә 2018 йылда - 1964, 2019 йыл башынан 1823 осраҡ билдәле. Был һандар йыл һайын үҫә. Иң күбе Мәскәүҙә (211 янғын осрағы), Санкт-Петербург – 111, Мәскәү өлкәһендә – 104, Башҡортостанда – 69, Силәбе өлкәһендә – 62.
Һуңғы йылда балкондағы янғын ваҡытында 12 кеше һәләк булған, 135-е йәрәхәттәр алған. Тәмәке тартҡан ваҡытта иғтибарһыҙлыҡ сәәбәпле 60 % осраҡта янғын сыға, 40%-ы петардалар атыу, мангал ҡулланыу, ут приборҙары менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл булғанда, янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыу хеҙмәтенең берҙәм телефоны - «112»
Читайте нас: